Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Германия делегацияһы Ҡырымда кеше хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтарын күрмәгән. Был хаҡта Төнъяҡ Рейн-Вестфалия ере парламенты депутаты Хельмут Сайффен белдергән. “Беҙ Ҡырымда үҙҙәрен бик тыныс тотҡан кешеләрҙе осраттыҡ. Уларҙа ҡурҡыу тойғоһо бөтөнләй юҡ, киреһенсә, Германияла хәүеф күберәк”-тигән депутат. Германия депутаттарының сәфәренән һуң уларға ҡарата Украинала енәйәт эше ҡуҙғатылыуы тураһында билдәле булды. Төнъяҡ Рейн-Вестфалия ере парламенты депутаты Хельмут Цайфельд быға тиклем Украинаның Германиялағы илсеһенә дипломатия ҡағиҙәләрен тағы ла бер тапҡыр уҡырға кәңәш иткәйне.
  • Ҡытайҙа пилотһыҙ осоусы такси уңышлы һынау үткән. Тиҙҙән илдең ҙур ҡалаларында ошондай таксиҙар оса башлаясаҡ. Ҡытайҙа автомобиль тығындары бер-нисә саҡырымға һуҙыла. Шуға ла күптәр осоусы таксиҙарға өҫтөнлөк бирер, тип ышана был проект авторҙары.
  • Төнъяҡ Кореяның спорт министры етәкселегендәге делегация Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн Көньяҡ Кореяға килде. Уның составында 229 көйәрмән, 26 спортсы,21 хәбәрсе һәм Олимпия комитетының 4 ағзаһы. Олимпиаданы асыу тантанаһында Төнъяҡ һәм Көньяҡ Корея спортсылары бер флаг аҫтында үтәсәк, хоккей буйынса уйындарҙа ике илдән бер команда ҡатнашыр, тип көтөлә.
  • Айова штатында 70 машина бәрелешкән. Бер кеше һәләк булған. Йәрәхәтләнеүселәр теүәл генә билдәле түгел. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, водителдәр юлда боҙлауыҡ булыуын иҫәпкә алмаған, тиҙлекте арттырған. Шул сәбәпле күмәк машина ҡатнашлығында авария теркәлгән.