Республиканың «Йәшлек» гәзите 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Тулыраҡ: Республиканың «Йәшлек» гәзите 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Был баҫманы олоһо ла, кесеһе лә яратып уҡый. Әле «Йәшлек» башҡорт баҫмалары араһында матбуғатҡа яҙылыу буйынса тәүге урынды биләй, уның тиражы — 10 300 данаға яҡын. Гәзит биттәрендә уҡыусылар менән яҙышыуҙар, быуын хаҡында мифтар һәм ысынбарлыҡтар тураһында фекер алышыуҙар бара, йәш ғаиләләр өсөн хоҡуҡи һәм социаль гарантиялар, эшсе һәм инженер һөнәрҙәрен популярлаштырыу тураһында мәҡәләләр донъя күрә.