- Сүриә Ҡушма Штаттар етәкселегендәге коалицияның Дейр эз-Зорра янында халыҡ ополчениеһына авиаһөжүмдәрен асыҡ агрессия тип баһаланы. Ошо сәбәпле 100 кеше һәләк булған. Белгестәр фекеренсә, Американың төп маҡсаты ИГИЛ-ға ҡаршы көрәш түгел, ә Башар Асадты юҡ итеү.
- Европа парламенты Төркиәне 2016 йылдағы фетнәнән һуң индерелгән ғәҙәттән тыш хәлде ғәмәлдән сығарырға саҡырҙы. Март аҙаҡтарында Болгарияла ике яҡлы осрашыу үтершә тейеш. Европа парламенты етәкселеге унда төркиә президенты Рәжәп Эрдоган менән осрашып үһ-ара мөнәсәбәттәргә асыҡлыҡ индерергә ниәтләй.
- Олимпия уйындары башланыр алдынан Төнъяҡ Корея Пхеньяндың төп майҙанында хәрби парад ойошторған. Унда танкттар, бронетранспортерҙар һәм авиация йәлеп ителгән. Төнъяҡ Кореяла февраль баштарында Корея халыҡ армияһының ойошторолоу көнө билдәләнә. Быға тиклем илдә бындай парадтар үтмәгән.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре