Өфөлә әкиәттәр тупланған “Аҡыл һандығы” исемле китап донъя күрҙе

Тулыраҡ: Өфөлә әкиәттәр тупланған “Аҡыл һандығы” исемле китап донъя күрҙе

Башҡорт телендәге әкиәттәрҙе һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу маҡсаты менән сыҡҡан китап балалар өсөн ҙур белем шишмәһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа саф башҡорт телендә нисә дана китап кәштәләрендә үҙ урынын тапҡан? Хәҙерге көндәрҙә башҡорт телендә китаптар етерлек кимәлдәме? Төрлө китаптарҙан, бигерәк тә боронғо сығанаҡтарҙа баҫылған әкиәттәрҙе Даян Мәжитов электән йыйып килә. Башҡорт телендә сыҡҡан әкиәттәрҙе киләсәк быуынға тапшырыу маҡсаты менән ул “Аҡыл һандығы” тип исемләнгән китап өҫтөндә эшләй. Йыйынтыҡты туплау өсөн ни бары бер ай ярым ваҡыт китә.“Аҡыл һандығы” китабын баҫтырып сығарыу өсөн күп көс түгелә. Һәр бер әкиәткә яңы һүрәттәр төшөрөлә, китаптың дизайны ла яңыртыла. Хайуан-йәнлек персонаждары аша яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға өйрәткән йыйынтыҡ балалар өсөн ҙур белем һандығы булып тора. Әммә һуңғы ваҡытта башҡорт телендә әкиәттәр тупланған йыйынтыҡ һирәк осрай, ти Даян Мәжитов. Уның сәбәптәре лә төрлө.Әле иһә улар икенсе китап өҫтөндә эшләй. Иң мөһиме беҙҙең киләсәк башҡорт телендә сыҡҡан китапҡа күберәк өҫтөнлөк бирһен ине тигән теләктә улар.Китапханала һатып алыусылар күбеһенсә әҙәби китаптарға өҫтөнлөк бирә. Шулай уҡ энциклопедияларҙы ла бүләккә алыусылар бар. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, көнөнә яҡынса башҡорт телендә дүрт-биш китап һатыла. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә донъя күргән баҫма һәм брошюраларҙың дөйөм һаны 2 206 000 дана.Тик уларҙың дөйөм һанынынң ни бары ете процентын ғына милли телдәрҙә нәшер ителгән китап-әсбаптар тәшкил итә. һуңғы йылдарҙа милли телдәрҙә баҫылған китаптар һәм брошюралар күләме:Сыуаш телендә – 69 мең 300 дана (2,1 %) , Ҡырым татарҙары телендә – 72 мең 300 дана (3,3 %) ,Яҡут телендә – 337 мең 700 дана (15,3 %) , Татар телендә – 786 мең 400 дана (35,6 %) ,Башҡорт телендә – 622 мең 100 дана (28,2 %) Йәш быуын фекеренсә, яҙыусыларҙың күбеһенсә тормоштан алынған ысынбарлыҡты китапта һүрәтләү уҡыусыны нығыраҡ йәлеп итә. Башҡорт телендә яңы китаптар сығарыуҙан тыш, элекке йыйынтыҡтарҙы ҡабаттан яңы форматта сығарыу ҙа көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Хәҙерге көндәрҙә башҡорт телендә китаптарҙың сыҡмауы күптәрҙең күңелен ҡыра әлбиттә. Әгәр ҙә саф башҡорт телендә китаптар баҫылһа, уларҙың кәштәләре лә ҙурыраҡ булыр һәм үҙәк урында торор ине.