Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев күрһәтмәһе менән 2020 йылда Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе итеп Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ольга Голодец тәғәйенләнде. Ойоштороу комитетына фольклориадаға төп саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылды. Бөтә донъя фольклориадаһы –халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале. Ул дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Бөтә донъя конгресы, Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет 2020 йылда фестивалде үткәреү урыны итеп Өфөнө һайлағайны. Сараны ойоштороу комитетында Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединский һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Федерация Советы вәкиле Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡалар бар.
Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе итеп Ольга Голодец тәғәйенләнде
Тулыраҡ: Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе итеп Ольга Голодец тәғәйенләнде