Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре
  • Ингушетияла террорға ҡаршы махсус операция барышында ике террорсы юҡ ителде. Рәсәйҙең террорға ҡаршы милли комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың береһе “Ислам дәүләте” яғында һуғышҡан. Террорсылар йәшәгән урында ике автомат, боеприпастар, шарталтҡыс тултырылған билбауҙар һәм гранаталар табылған.
  • Францияның оборона министры Флоранс Парли Сүриә ғәскәрҙәренең Көнсығыш Гутала химик ҡорал ҡулланыуына дәлилдәр юҡ, тип белдерҙе. Быға тиклем Франция дипломаты Ле Дриан һөжүм ойоштороуҙа Сүриә етәкселеген ғәйеләгәйне.
  • Мәскәүҙә Пхенчханда Ҡышҡы олимпиадала сығыш яһаусы спортсыларҙы яҡлап күләмле флешмоб ойошторолдо. Акцияла ҡатнашыусылар өс төркөмгә бүленде. Уларҙың һәр береһе Рәсәй флагы төҫтәренә буялған ҡағыҙҙы баш осона күтәрҙе.
  • Ҡытайҙа автомобилдәр ҡуйыу урынында үҙенсәлекле авария теркәлә. Икенсе ҡатта аҡ төҫтәге машина водителе стенаны емереп урамға сығып оса. Ике кеше йәрәхәтләнгәнә. Водитель был аварияла мин түгел, телефон ғәйепле тип белдергән.