Башҡортостан предприятиелары экспортты арттыра

Тулыраҡ: Башҡортостан предприятиелары экспортты арттыра

Ил етәкселеге лә сит илдәргә тауар оҙатыуҙы күбәйтеү бурысын ҡуя. Өфөлә урынлашҡан СТЕКЛОНиТ заводы ла санкцияларға ҡарамаҫтан, Европа предприятиелары менән хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтә. Завод ярты быуаттан ашыу эшләй һәм Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәле. Уның тауарҙары бихисап илдәргә оҙатыла. Был мейестәрҙә ошондай түңәрәк быяланы иретәләр һәм нәҙек кенә еп етештерәләр. Һуңынан уларҙы бергә үреп бау эшләйҙәр. Ә бауҙы төрлө материал өсөн ҡулланалар.Бауҙы тағы ла ҡалыныраҡ итеп үрәләр, махсус шыйыҡсаға манып алғас бер-нисә метрлыҡ селтәр эшләнә. Улар иһә юл төҙөлөшөндә файҙаланыла. Беренсе цехта төрлө ҡалынлыҡтағы ептәрҙән һәм бауҙарҙан нефть, газ, металлургия, энергетика, машиналар эшләү һәм башҡа тармаҡтар өсөн продукция етештерелә.Быяла сүс, композиттар һәм геосинтетик материалдарҙы ғәҙәти тормошта ла күрергә мөмкин. Автомобилдәрҙең бамперы, вертолеттарҙың винты, кәмәләр, катерҙар, суднолар, саңғы, сноуборд, скейтбордтарҙың нигеҙе тап йәмғиәт етештергән продукциянан эшләнә. Бында оборона предприятиелары өсөн дә тауар сығарыла.Һуңғы йылдарҙа заводта үҙгәртеп-ҡороуҙар бара-заманса ҡорамалдар ҡайтарыла. Был иһә сифатлы тауар сығарырға һәм баҙар талаптарына яуап бирергә мөмкинлек бирә.Ике йыл элек предприятие тауарҙарын Европаға оҙата башлаған. Яңыраҡ Польша, Чехия һәм Германия ойошмалары менән килешеүҙәр төҙөлгән. Быйыл йәмғиәт продукция исемлеген тағы ла арттырырға йыйына.Завод продукцияһы халыҡ-ара кимәлдә һынау үткән һәм Европа берлеге сертификаттарын алған. Йәмғиәт һатыу баҙарын киңәйтеү йәһәтенән эшмәкәрлеген тағы ла юғарыраҡ кимәлгә сығарырға йыйына.