Юғары һауым һәм яҡшы артым

Тулыраҡ: Юғары һауым һәм яҡшы артым

Тәтешле районының Крупская исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы ҡышлатыу осорон юғары күрһәткестәр менән үтеп бара. Силос, сенаж, һалам, бесән, фураж – малдарға төрлө рационлы аҙыҡ көнөнә бер-нисә тапҡыр таратыла. Былтыр йәй һауа шарттарының тотороҡһоҙ булыуы арҡаһында мал аҙығы әҙерләү ҡыйынға тура килде. Әммә Крупская исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы аҙыҡ запасын етерлек күләмдә туплаған. Ферма эргәһендәге ихаталарға тонналап бесән килтерелгән, сенаж һәм силос һалынған. Мал ҡышлатыуға һәр баш малға 40 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә. Уларҙы ашатыу ҙа механизацияланған. Кооперативтың һөтсөлөк фермаһында 4595 баш һыйыр малы иҫәпләнә, уларҙың 600 – һауын һыйырҙары. Тейешле туҡланыу булғас, һөт етештереү ҙә сағыштырмаса юғары. Республиканың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе 14 тонналап юғары сортлы һөт һатыуға сығара. Һыйырҙарҙы механик һауыу, һөттө һаҡлау эше лә көйгә һалынған. Заманса ҡоролмалар 500 ферма программаһы сиктәрендә алынған.Һыйырҙарҙы ҡыш дөрөҫ аҫрау һәм ваҡытында ашатыу – малдарҙың һаулығында ла сағыла.Хужалыҡта башмаҡтар йыл әйләнәһенә тышта, асыҡ һауала тора. Улар сатлама һыуыҡтырға бирешмәй. Йылытылған һыу эсереү ҙә етә. Аҫрауҙың был төрө сәләмәт тоҡом үрсетеүгә булышлыҡ итә. Малдарҙың үҙҡиммәте лә әҙерәк. Колхозда йылҡы малдары ла бар. Йәй миҙгелендә ҡымыҙ яһап, Тәтешлелә генә түгел, тирә яҡ райондарға ла сығаралар.Крупская исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында малдарҙы ситтән һатып алмайҙар. Артым юғары: 100 һыйырға 99 баш быҙау тура килә. Аҙыҡты ла үҙҙәре етештерә. Колхоздың 6777 гектар һөрөнтө ере бар. Колхозда йәмғеһе 160 кеше эшләй. Барыһы ла урындағы халыҡ. Тап уларҙың көндәлек тырыш хеҙмәте яҡшы күрһәткестәргә ирешергә ярҙам итә.