Республика башлығы Көнъяҡ Кореяның Пхенчхан ҡалаһында үткән ҡышҡы Олимпиадала Рәсәй спортсылары араһынан тәүге миҙал яулаусы спортсы Семен Елистратовты ҡотланы.Рөстәм Хәмитов шорт-трек буйынса республика данын донъя кимәленә сығарған Семен Елистратовҡа уңыштар һәм еңеүҙәр теләне. Семен Елистратов 1 мең 500 метрға финал уҙышында өсөнсө булып килеп бронза миҙал яуланы. 2014 йылда Сочила үткән олимпиадала ул эстафетала алтын миҙал яулағайны.
Республика башлығы Семен Елистратовты ҡотланы
Тулыраҡ: Республика башлығы Семен Елистратовты ҡотланы