Республика үҙәк һайлау комиссияһында президент вазифаһына кандидаттарҙың ышаныслы вәкилдәре һәм уларҙы тәҡдим иткән партиялар вәкилдәре агитация өсөн дәүләт телевидение һәм радио каналдарында эфир ваҡытына йәрәбә тотто. Киң мәғлүмәт сараларында рәсми агитация мәле һайлауға тиклем 28 көн алдан, 17 февралда башланып 16 март тамамланғансы дауам итә. Бушлай эфир ваҡытын иһә кандидаттар киләһе дүшәмбенән, йәғни, 19 февралдан файҙалана ала. Теркәлгән кандидаттар һәм уларҙы тәҡдим иткән партияларға закон буйынса 510 минут бушлай эфир ваҡыты бирелә. Шуның яртыһын улар тура эфирҙағы дебаттар маҡсатында, өстән берен партияларҙың видео һәм аудиороликтарына, ҡалғанын кандидаттарҙың видео- аудиороликтарына файҙаланырға тейеш. Бушлай эфир ваҡытын федераль кимәлдәге биш канал һәм өс йөҙләп төбәк телерадиокомпанияһы тәҡдим итә. Башҡортостанда ул Рәсәй 1, Рәсәй 24 телеканалы менән ВестиФМ, Маяҡ, Рәсәй-Радиоһы һәм Башҡортостан юлдаш телеканалы менән ЮлдашФМ радиол каналдары.
Йәрәбә тартылды, сират билдәләнде
Тулыраҡ: Йәрәбә тартылды, сират билдәләнде