Башҡортостанда февралдә ҡар яуыу көтөлмәй

Тулыраҡ: Башҡортостанда февралдә ҡар яуыу көтөлмәй

Был турала республиканың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығынан хәбәр итәләр. Ҡарҙағы һыу запасы тейешле норманан 30 процентҡа кәм. Ә Урал аръяғында иһә бөгөн ер урыны менән метр ярымғаса туңған. Яуым-төшөмдөң аҙ булыуы, ҡоролоҡ тигәнде аңлатмай. Мартта бурандар булһа, ер дымға туясаҡ. Шулай ҙа быйылғы яҙҙың нисек киләсәген марттың егерме бишенән һуң ғына теүәл күҙаллап буласаҡ.