Башҡортостанда грипп һәм тын юлдарының киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр арта

Тулыраҡ: Башҡортостанда грипп һәм тын юлдарының киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр арта

Бер аҙна эсендә генә 6 мең кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Табиптар әйтеүенсә, ауырыусыларҙың 70 проценты балалар. Республикала грипп та теркәлә. Бөгөнгә 8 кеше махсус күҙәтеү аҫтында. Уларҙа А1, йәғни, “сусҡа ҡиҙеүе” штаммы табылған. Әгәр ҙә хәл үҙгәрмәһә, Башҡортостанда эпидемия иғлан ителеүе бар.