Балтас районы Мата ауылында фельдшер акушерлыҡ пункты асылды

Тулыраҡ: Балтас районы Мата ауылында фельдшер акушерлыҡ пункты асылды

Бинаны төҙөү өсөн аҡса тулыһынса республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Федераль маҡсатлы программа буйынса төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункты бар талаптарға ла яуап бирә. Ул заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуып барыусы Тәфҡил Әхмәҙишин яман шештән яфалана. Яҡшы табип булғанда, ярҙам ваҡытында күрһәтелгәндә ауыр сирҙе лә еңергә мөмкин, ти ветеран. Оло йәштәгеләр ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуға, айырыуса, ҡыуанып бөтә алмай. Сөнки быға тиклем табипҡа күренеү өсөн уларға машина яллап 25 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан район үҙәгенә барырға тура килә.Ҡайҙа тыуғанһың, шунда кәрәкһең тигәндәй, ауыл фельдшеры Рузилә Наил ҡыҙы бында 96-сы йылдан бирле эшләй. Бер үҙе 500-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Уларҙың һикһәнгә яҡыны – балалар.Фельдшер-акушерлыҡ пунктына аҙнаһына ике тапҡыр район дауаханаһынан балалар өсөн – педиатр, ә өлкәндәр өсөн – терапевт килә. Улар ауырыуҙы өҫтәмә дауалау кәрәк тип табһа, Өфөгә дауаханаға һалыу мәсьәләһе хәл ителә. Табиптар әйтеүенсә, тиҙҙән Балтас районында тағы ла 11 фельдшер пункты асыласаҡ. Ошондай бинаның дүртәүһе быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ.