Ғүмерен халыҡҡа бағышлаған кеше

Тулыраҡ: Ғүмерен халыҡҡа бағышлаған кеше

Ябай эшселәрҙең мәнфәғәтен яҡлаған етәксе, Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы рәйесе вазифаһын 22 йыл башҡарған Әмирхан Сәмерханов үҙенең юбилейын билдәләне. Тантанала Әмирхан Мирҡадам улына республика Башлығының рәхмәт хаты ла тапшырылды. Һәр метры, һәр кирбесе профсоюз эшселәренең рухы менән һуғарылған бинаны хеҙмәткәрҙәр хаҡлы рәүештә үҙ йортобоҙ тип йөрөтә. 20 йылдан ашыу эшселәрҙең мәнфәғәтен яҡлауға күп көс һалған етәксе өсөн дә профсоюздар йорто – тыуған йортона әйләнгән. Әмирхан Сәмерханов үҙенең тыуған көнөн тап ошонда билдәләүе лә һис осраҡлы түгел. Аяҡ-үрә тороп ҡайнар алҡышлауҙар, ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмәләр. Әмирхан Мирҡадам улын ҡотларға яҡындары, хеҙмәттәш дуҫтары, уны яратҡан һәм хөрмәт иткән һәр кем ашыҡты. Изге теләктәр, бүләктәр араһында Республика Башлығының рәхмәт хаты ла тапшырылды.Әмирхан Сәмерханов профсоюздың ғына түгел, ә тотош республиканың үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес. Хеҙмәт юлын уҡытыусы эшенән башлаған егет, үҙ тырышлығы менән рәйес вазифаһына тиклем үҫеп, 22 йыл дауамында ябай эшселәрҙең мәнфәғәтен яҡлай.Яҡшы етәксе генә түгел, яҡшы дуҫ, иптәш, кәңәшсе лә ул. Әмир Мирҡадам улы күптәр өсөн үрнәк, уның тормош һәм хеҙмәт юлы өлгө булып тора.Арҙаҡлы шәхестең тәжрибәһенә һәм кәңәштәренә мохтаж әле лә ҙур. 80 йәшендә лә ул Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсюздар федерацияһы рәйесе кәңәшсеһе вазифаһын башҡара. Рәсәйҙә профсоюз ойошмаларының барлыҡҡа килеүендә әүҙем ҡатнашҡан, үҙен аямай, халыҡ өсөн эшләгән көслө шәхес Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры исемдәренә лайыҡ. Ә иң мөһиме, халыҡ ихтирамы, халыҡ һөйөүе тип аталған юғары награда ла уныҡы.