Сочила бөгөн халыҡ-ара иҡтисади форум үҙ эшен башлай. 17-се тапҡыр уҙғарылған сараға донъя дәүләттәренән делегациялар килде. Сочиҙа Башҡортостандың эшлекле даирәләрен республика башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләй. Форумда беҙҙең төбәк үҙ күргәҙмәһен урынлаштырҙы. Ул Башҡортостандың иҡтисади үҫешенә арналған. Тап Сочиҙа республика “Проект финанслау фабрикаһына” ҡушыласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте, Внешэкономбанк, һәм стратегик инициативалар агентлығының берлектәге документы машиналар төҙөү, яңы технологиялар, инфраструктура һәм экология тармаҡтарын үҙ эсенә ала. “Төбәктәрҙең яңы сәйәсәте”, “Урындарҙағы бизнес һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыу”. Сочиҙағы һөйләшеүҙәр ошо юҫыҡта барасаҡ.
Рәсәйгә юл асыҡ
Тулыраҡ: Рәсәйгә юл асыҡ