Шулай уҡ, хакимиәттең 2017-се йылдағы эшмәкәрлеге тикшерелде һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Өфө өсөн 2017-се йыл уңышлы булған. 1 триллион 70 миллиард һумлыҡ тауар оҙатылған. 675 мең квадрат метрлыҡ торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Уның күп өлөшө шәхси төҙөлөшкә тура килә. Быйыл Өфөлә урта һәм ҙур предприятиеларҙа, ә ундайҙар баш ҡалала 250 самаһы, хеҙмәт хаҡы артыуы көтөлә. Ирек Ялалов эш хаҡы 41 мең һумдан ашып китәсәк, тип күҙаллай.2017-се йылда Өфөлә 3 яңы мәктәп файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл иһә тағы ла бер-нисә белем усағы һәм спорт объекттары төҙөкләндереләсәк. Әйткәндәй, Өфө мәктәптәре Рәсәйҙең иң яҡшы мәғариф учреждениелары исемлегенә ингән. Белгестәр баш ҡалала йәшәүселәрҙе борсоған мәсьәләләр исемлеген төҙөгән. Уға ярашлы, граждандар тәү сиратта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән ҡәнәғәт түгел. Шулай уҡ, мөһим проблемаларҙың береһе эшһеҙлек һәм торлаҡҡа юғары хаҡтар. Халыҡ социаль яҡлау, тығындар һәм эскеселек мәсьәләһен дә атаған. Уҙған йылда 190 миллион һумлыҡ инвестиция проекты тормошҡа ашырылған. Өфө рәсми мәғлүмәттәр буйынса 5 мең кешегә артҡан. Рәсми теркәлмәгән граждандарҙы иҫәпкә алғанда, баш ҡалала әле 1 миллион 200 меңдән ашыу кеше, йәшәй.
Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһалды
Тулыраҡ: Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһалды