Тиҙҙән Башҡорт дәүләт медицина университеты нигеҙендә хирургияның роботтар үҙәге асыласаҡ. Салауат ҡалаһынан килгән Татьяна Гусеваға өс көн элек робот ярҙамында яман шешкә операция яһалған. Өфө табиптары миңә икенсе ғүмер бүләк итте, ти ҡатын.Белгестәр бындай ысул менән операция яһауҙы – 21-се быуаттың асышы тиҙәр. Роботтың мөмкинлектәре бихисап. Ул 500 градусҡаса борола ала, был иһә үҙ сиратында хирургиялағы билдәле нескәлектәргә ирешергә ярҙам итә, ти табиптар. Робот ярҙамында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә егерменән ашыу пациентҡа операция яһалған. Уларҙың барыһы ла уңышлы үтте, ауырыуҙар үҙҙәрен яҡшы тоя, ти белгестәр.Үҙенсәлекле алым ярҙамында Башҡортостан халҡынан башҡа, сит төбәктәрҙән килеүселәргә лә ярҙам күрһәтелә. Ошо аҡыллы машина ярҙамында бөтөн ағзаларға тиерлек операция яһарға мөмкин. Операция күкрәк ситлеген асмайынса ғына бер-нисә тишек аша башҡарыла. Табиптар яңы ысулды артабан киңерәк йәйелдерергә ниәтләй.
Өфө табиптары беренсе тапҡыр робот ярҙамында операция яһай башланы
Тулыраҡ: Өфө табиптары беренсе тапҡыр робот ярҙамында операция яһай башланы