Башҡортостан халҡының 50 проценттан ашыуы хәҙер цифралы телевидение ярҙамында 20 канал ҡарай ала. Әле бер нисә телевышка тест режимында икенсе мультиплексҡа тоташтырылған. Беҙҙең телерадиокомпания иғлан иткән “Цифралы яҙ” акцияһы сиктәрендә цифралы сигнал тапшырыусы 4 приставка үҙ хужаһын тапты ла инде. Махсус ҡоролма Дыуан районы социаль объекттарына ла бүләк ителде.
Телевидениены цифралы форматта ҡарау хоҡуғы өсөн көрәшкә райондар ҙа ҡушыла. Беҙҙең телерадиокомпания иғлан иткән “Цифралы яҙ” акцияһында был аҙнала Саҡмағош районында йәшәүсе еңеүсе тип иғлан ителде. Һәр шишәмбе Рәсәй Башҡортостан радиоһының “Самауыр” тапшырыуын алып барыусылары бер һорау бирә, дөрөҫ яуап ҡайтарыусы бүләккә приставка ала.Ил халҡын цифралы бушлай телевидение менән тәьмин итеү маҡсатын ҡуйған Федераль программаға ярашлы, Башҡортостанда 216 антенна-мачта ҡоролмаһы төҙөлдө. Республикала йәшәүселәрҙең 95 проценты әле беренсе мультиплекстағы 10 каналды ҡарай ала. Яҡын арала улар һаны ике тапҡырға артасаҡ. Рәсәй теле һәм радио селтәре ойошмаһы цифралы сигнал ҡабул итеүсе приставканы Дыуан районындағы балалар йортона ла бүләк итте. Бында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 20 бала тәрбиәләнә. Социаль учреждениелағы берҙән-бер телевизор аша хәҙер 20 телеканалды һәм 3 радионы бушлай, сифатлы форматта ҡарарға һәм тыңларға мөмкин.Мәсәғүттәге балалар дауаханаһында ла хәҙер ике канал урынына 20-не ҡарарға мөмкин. Мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына ла махсус ҡоролма тапшырылды. Белгестәр уны тиҙ арала көйләп тә бирҙе.Яҡшы һүрәт –түләүле тигәнде аңлатмай. Хәҙер иң төпкөл ауылдарҙа ла телевидение бушлай һәм сифатлы.