Башҡортостандың ҡатнаш алыш буйынса иң яҡшы спортсылары асыҡланды

Тулыраҡ: Башҡортостандың ҡатнаш алыш буйынса иң яҡшы спортсылары асыҡланды

Ошо көндәрҙә Туймазы ҡалаһында ММА буйынса республика беренселеге һәм чемпионат үтте. За кадром. Төрлө ауырлыҡ үлсәмдәрендә беренсе урын өсөн төрлө район ҡалаларҙан 80-дән ашыу спортсы көс һынашты. 16-17 йәшлек үҫмер егеттәр араһында барған алышта еңеүселәрҙән республиканың ҡатнаш алыш буйынса йыйылма командаһы тупланды. 34 спортсы март урталарында Ижевск ҡалаһына юллана. Волга буйы федераль округы чемпионатында улар Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.