Ял көндәре иғлан ителде

Тулыраҡ: Ял көндәре иғлан ителде

Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар һәм 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө байрам көндәре булып тора. Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 6 ғинуарҙағы ял көнө йома — 9 мартҡа күсерелде. 22 февралдә һәм 7 мартта эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Шулай итеп, республикала 23, 24, 25 февраль һәм 8, 9, 10, 11 март — ял көндәре тип иғлан ителде.