Башҡортостан уның тәүге йомғаҡтарын барлай. Республика өсөн быйылғы сара ҙур әһәмиәткә эйә. Инвестициялар традицион тармаҡтар үҫешенә генә түгел, ә яңы йүнәлештәргә лә этәргес бирергә тейеш. Һалым системаһының тотороҡлоғо һәм эшҡыуарлыҡ өсөн мөхиттең уңайлы булыуы-төп бурыстар исемлегендә. Ошо турала Сочиҙағы форумдың пленар ултырышында Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев белдерҙе. Һөйләшеүҙә республика башығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Ғөмүмән, Башҡортостан өсөн инвестиция форумы уңышлы үтә, тип баһаларға мөмкин. Башҡортостан, мәҫәлән, Владимир өлкәһе менән килешеү төҙөнө. Яҡтар ҡул ҡуйған документ, тәү сиратта, урман сәнәғәте, ауыл хужалығы тармаҡтарын үҙ эсенә алған. Алдағы биш йылда Башҡортостан менән Владимир өлкәһе юғары технологиялар тармағында ла берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға ниәтләй. Башҡортостандың мөмкинлектәрен милли конгресс бюроһы ла юғары баһалай. Республиканың ошо йәһәттән тупланған тәжрибәһе Сочиҙа тағы ла бер килешеү менән раҫланды. Уға ярашлы, киләсәктә Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдәге конгресстар уҙғарыу урыны функцияһын даими үтәйәсәк. Сочиҙа Башҡортостан төрлө юҫыҡтағы 11 килешеү төҙөргә тейеш. Хеҙмәттәшлекте билдәләүсе документтарҙың иң ҙурҙарының береһе Ҡытай инвесторҙары менән. Пекиндың Чжифан компанияһы Благовещен районында тракторҙар йыйыу өсөн айырым завод ҡорорға нитәләй. Проекттың суммаһы 6 милилард һумға тиң.Благовещендағы был проектты моноҡалаларҙы үҫтереү йәһәтенән уңышлы башланғыстарҙың береһе, тип атарға мөмкин. Тап ошондай биләмәләрҙе камиллаштырыу йәһәтенән Башҡортостандың ҙур тәжрибәһе бар. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов “Киләсәкте проектлайбыҙ. Моноҡалалар” панель сессияһында сығыш яһап, төбәктә алып барылған эштәр менән таныштырҙы. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, республикала алдынғы үҫеш биләмәләре программаһына тәүҙә ышаныс булмаһа ла, өмөттәр тулыһынса аҡланды. Башҡортостандың хәҙер үҙ агороҡаласығы ла буласаҡ. Благовар районында бойомға ашырылырға тейешле проект хаҡы 7 милилард һум. Республиканың ит компанияһы етәксеһе Наил Вәлиев әйтеүенсә, программа тулы цикл – мал аҫырауҙан алып, уны эшкәртеүгә тиклемге арауыҡты үҙ эсенә ала. Сочиҙағы форум сиктәрендә Рәсәй юристары ассоциацияһы һәм Росконгресс ойошмаһы менән дә килешеү төҙөлдө. Халыҡ-ара инвестиция форумы бөгөн дә үҙ эшен дауам итә. Шулай ҙа, беренсе көн йомғаҡтарын барлап, республиканың 13 миллиард һумлыҡ килешеүҙәрҙе раҫлауын айырым билдәләргә кәрәк.
Бөгөн Сочи форумының икенсе көнө
Тулыраҡ: Бөгөн Сочи форумының икенсе көнө