Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы

Тулыраҡ: Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы

Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тәүге балалар баҡсаһы асылды. Бында әлегә тиклем мәктәпкәсә учреждение бер ваҡытта ла булмаған. Дөйөм эшкә ауыл халҡы 170 мең һумдан ашыу аҡса ла йыйып тапшырған. Уйынсыҡ-конструкторҙар, машина, трактор, ҡыҙҙар өсөн ҡурсаҡ, уйынсыҡ һауыт-һабалар. Көндө күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү өсөн кескәйҙәргә бөтә шарттар ҙа бар. Тәжрибәле тәрбиәселәр һанап уҡырға ла өйрәтә.Балалар баҡсаһын асыу мәсьәләһен урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы хәл иткән. Бер төркөм әүҙем кешеләр ауыл халҡын ҡеүәтләп социаль объект өсөн аҡса йыя.Оло кеше башына 1-әр меңдән 170 мең һумдан ашыу аҡса йыйыла. Уға район 150, бизнесмендар 100 мең өҫтәй. Республика бюджетынан тағы ла 1 миллион субсидия бирелә. Иҫке Хәлил ауылында балалар баҡсаһына ихтыяж электән була. Совет заманында ата-әсәләр баҫыуҙа саҡта, бәләкәстәрҙе бер йортҡа йыйып оло кешегә ҡалдырыр булғандар. Хәҙер сабыйҙар өсөн мәктәптең бер өлөшөн бушатып уны мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмө тип атағандар.Мәктәп йәшендәге балалар һаны кәмеп бушап ҡалған 3 бүлмә хәҙер шат балалар тауышы менән тулған. Белем усаҡтарының бер ҡыйыҡ аҫтында булыуы уҡытыу эшен ойоштороу йәһәтенән дә отошло.Уҙған йылда Дыуан районында ғына урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса бер нисә социаль йүнәлешле проект тормошҡа ашырылған. Быйылға конкурсҡа 13 проект тапшырылған. Программа урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бер рәттән иң мөһим мәсьәләләрҙе лә асыҡларға ярҙам итә.