Башҡортостанда йәштәр гәзите сыға башлауға 95 йыл. Республикала иң ҙур дана менән таратылған “Йәшлек”те бөгөн олоһо ла кесеһе лә яратып уҡый, уға яҙыша, фекерен уртаҡлаша, зарын һөйләй. “Йәшлек”тең исеменә килгән тиҫтәләгән хат уҡыусының тоғролоғон дәлилләй. Аҙнаһына утыҙлаған хат килә, интернеттан алғандары – көнөнә егермегә етә, ти хаттар бүлеге етәксеһе Зөһрә Йәһүҙина. Йәшлектә ул 18-се йыл эшләй. Ҡағыҙға баҫылған гәзитте яҡын дуҫ һәм серҙәш урынына күргәндәр араһында өлкәндәр күберәк булһа, йәштәрҙә баҫманың электрон өлгөһө ҙур ихтыяж менән файҙалана. Айбулат Ишназаров улар менән һәр саҡ бәйләнештә.Донъя мәғлүмәт селтәрендә аяуһыҙ конкуренцияға ҡаршы торор өсөн уны үҙ мәнфәғәтеңдә файҙаланырға кәрәк. Интернетта үҙенең битен тәүгеләрҙән асҡан гәзиттең баш мөхәррире шундай фекерҙә. Республикала иң күп даналы баҫма булараҡ танылған “Йәшлек”те бөгөн 10 мең 300 уҡыусы яҙҙырып ала. Тиражды артабан күтәреү хыял түгел, бойомға ашырыр маҡсат ҡына.Тормошта, эштә, ялда – “Йәшлек” бара гел алда, тигән саҡырыуҙы раҫлап мөхәрририәт уҡыусыларға ялҡып торор ваҡыт бирмәй. Быйыл иғлан ителгән әҙәби конкурс гәзит алдырыусыларҙы хикәйә яҙырға өндәй. Бүләккә -50 мең һум. Ижад бәйгеһе республикабыҙ барлыҡҡа килгәндең 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ойошторола. Йәштәргә тормош дарманы биргән, ололарға йәшлек хәтирәләрен ҡайтарған гәзит 95 йәшлек юбилейын ҙур өмөт менән ҡаршылай. Уҡыусылар бар, улар әүҙем, тимәк, “Йәшлек” йәшәй һәм халыҡҡа хеҙмәтен дауам итә.
Тормошта, эштә, ялда ... гел алда
Тулыраҡ: Тормошта, эштә, ялда ... гел алда