Майлы ҡоймаҡ аҙнаһы аҙағына яҡынлаша

Тулыраҡ: Майлы ҡоймаҡ аҙнаһы аҙағына яҡынлаша

Киләһе ял көндәрендә Масленица уңайынан парк-майҙандарҙа күмәк саралар ойошторола. Йоморо алтын ҡояшты һынландырған ҡоймаҡ милләтте айырмай – был көндәрҙә уны һәр ғаиләлә яратып бешерә, тәмләп ашайҙар. Өҫтәлдәр һый-хөрмәттән һығыла – халыҡта белен-ҡоймаҡ эргәһенә ҡыҙыл ыуылдырыҡ, еләк-емеш ҡайнатмаһы, бал, ҡаймаҡ ҡуйыла. Ҡышты оҙатып яҙҙы ҡаршылау йолаһы бөгөн башҡаланың 16-сы гимназияһында үтте. Балалар һәм ата-әсә халыҡ уйындарында, күмәк күңел асыуҙарҙа ҡатнашып майлы ҡоймаҡ байрамын билдәләне. Был сара уҡыусыларға халыҡтар мәҙәниәтен өйрәнергә һәм илһөйәрлек тойғоһон нығытырға булышлыҡ итә.