Йыл аҙағына Башҡортостанда 20 “Һаҡсыл поликлиника” эшләй башлаясаҡ

Тулыраҡ: Йыл аҙағына Башҡортостанда 20 “Һаҡсыл поликлиника” эшләй башлаясаҡ

“Росатом”дың пилот проекты республиканың 4 медицина учреждениеһында ыңғай һөҙөмтә бирә. Шул иҫәптән Белоретта. Рөстәм Хәмитов Белоретҡа эш сәфәрендә дауаханала барған капиталь төҙөкләндереү эштәре менән ҡыҙыҡһынды. Белорет үҙәк район дауаханаһы хәҙер тыштан да эстән дә яңы төҫ ала. “Һаҡсыл поликлиника” проектында ҡатнашыу пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең юғары сифатын күҙ уңында тота. Бында мөмкинлеге сикле граждандар өсөн шарттар уңайлы. Теркәү бүлеге асыҡ, табипҡа тиклем ҡабул итеү бүлмәһе эшләй. Яҙылыу электрон өлгөлә. Белгестәргә хәҙер ике тапҡырға тиҙерәк эләгергә була.

Йыл аҙағына тиклем республикала ошондай 16 поликлиника асыу көтөлә. “Һаҡсыл поликлина” хаҡында башҡа ҡалаларҙа йәшәгәндәр хыяллана ғына ала. Сират юҡ, медицина кабинеттары заманса йыһазландырылған. Ауырыуҙарҙың сират көтөп оҙаҡлауы видеокүҙәтеү камераларына теркәлә. Шунда уҡ мәсьәләне хәл итеү сараһы күрелә. Халыҡ бындай үҙгәрештәр менән ҡәнәғәт. “Металлург” комплексында иһә белореттарға сәләмәтлеген нығытыу мөмкинлеге бар.

Яңыртылған бассейнда спортсылар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә шөғөлләнә.Республика башлығы тәҡдиме менән бында еңел атлетика буйынса спорт резервы мәктәбен ойоштороу ҡарала. Комплекста шулай уҡ саңғы роллер трассаһы, хоккей коробкаһы, йүгереү юлы, спорт уйындары майҙансығы төҙөлә. Киң күләмле төҙөкләндереү эштәре 2016 йылда башланған, уларҙы бойомға ашырыу ҡаҙнанан 155 миллион һумға төшә.

Тау саңғыһы базаһы былтыр төҙөкләндерелгән. Һырттарҙың сифатын Рөстәм Зәки улы үҙе һынап ҡараны.Кәңәшмәлә иһә төбәк башлығы комплексҡа заманса йыһазландырыу менән төплө төҙөкләндереү талап ителә тип белдерҙе. Белорет бөгөн моноҡала дәрәжәһенә эйә. Тимәк, ҡала халҡы өсөн уңайлыҡтар менән төҙөк тормош, иҡтисад өсөн инвестициялар йәлеп итеү — өҫтөн маҡсат. Уны ғәмәлгә ашырырға республикала яҡын арала барлыҡҡа киләсәк “Төбәктәрҙе үҫтереү үҙәге” лә булышлыҡ итер, тигән өмөт бар.