Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре
  • Еврокомиссия союздың бюджет проектын тикшерә. Брекситтан һуң 13 миллиард евролыҡ дефицит барлыҡҡа килгән. Киләһе аҙнала союз илдәре етәкселәре ҡайҙан аҡса алыу мәсьәләһен тикшермәксе.
  • Дональд Трамп-балыҡ, Ангела Меркель-русалка. Португалияла йәшәүселәр йыл да үткәрелгән карнавалға йыйылды. Ҡатнашыусылар ғәҙәти булмаған образда билдәле сәйәсмәндәрҙең фигураларын күтәреп үҙәк урамдарҙан үтте.
  • Энди проекты сиктәрендә ғалимдар беҙҙең ярҙамсыларға әйләнәсәк робот-гуманоидтар эшләй башланы. Был роботтарҙы йорт эштәренә йәлеп итергә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һәм сәнәғәттә ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Йәғни, улар беҙҙең көндәлек тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнергә тейеш. Шуға ла Италия ғалимдары роботтар кешеләрҙең нимә уйлағанын алдан белһен өсөн программа тәьминәте эшләй башлаған.