Башҡортостанда йәшәүсе төркмәндәр Шайморатовҡа герой исемен биреүҙе һорап ҡултамғалар йыя башлай.

Тулыраҡ: Башҡортостанда йәшәүсе төркмәндәр Шайморатовҡа герой исемен биреүҙе һорап ҡултамғалар йыя башлай.

Башҡортостанда йәшәүсе төркмәндәр генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселек иткән 112-се Башҡорт кавелерия дивизияһында беренселәрҙән Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ булған Аннаклыч Атаевты иҫкә алды. Сараға Өфө, Һамар, Һарытау ҡалаларынан ҡунаҡтар килде. Байрамда күргәҙмә ойошторолдо, концерт күрһәтелде, төркмән телендә шиғырҙар яңғыраны. Унда шулай уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа герой исемен биреүҙе һорап ҡултамғалар йыйыу ойоштороласағы тураһында белдерелде.