Ауылда йәшәүсе миллионерҙар

Тулыраҡ: Ауылда йәшәүсе миллионерҙар

2018 йылда Башҡортостан фермерҙары етештергән тауар күләме төбәктә етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының 12 процентын тәшкил итергә тейеш. Йүнселдәрҙең өлөшө йылдан-йыл арта. Күптәр уңышлы бизнесын ташлап ауыл хужалығына тотона. Быға дәүләт субсидиялары ла этәргес бирә. Яңы быҙаулаған һыйырҙар йылы һарайҙа, даими күҙәтеү аҫтында. Дыуан районы үҙәгендә йәшәүсе Илфат Әхмәтйәнов былтыр грант аҡсаһына һатып алған ҡара сыбар малдарының тәүге үрсемен күреп ҡыуана. 2009 йылда 1 һауын һыйырынан башланған хужалығында ул эре мөгөҙлөләрҙе 22-гә тиклем үрсетә, дәүләт субсидиһына көҙөн тағы ла 16 быуаҙ таналар ҡайтарып ала.Һауылған һөт махсус һыуытҡыста йыйылып 4-5 көнгә бер Мәсәғүттәге һөт комбинатына оҙатыла. Мал һаны артҡас һарайҙы ла киңәйтергә тура килә. Башланғыс фермер программаһы буйынса отҡан 3 миллион һумлыҡ грант аҡсаһына Илфат заманса һөт һауыу ҡоролмаһы, трактор һәм комбайн тағылмаһы алырға ниәтләй. Үҙ хужалығын булдырғанға тиклем йүнсел сауҙа менән шөғөлләнә, район үҙәгендә бер нисә магазин тота, үҙ биналарын да төҙөп ултырта.Әммә малсылыҡ уны тулыһынса үҙенә тарта, бөтә мөлкәтен һатып йүнсел 10 миллион һумға яҡын аҡсаһын фермерлыҡҡа йүнәлтә. Төп проблема эшселәрҙең булмауы ти йүнсел. 15-20 мең һумға ауыл хужалығында бер кемдең дә эшләргә теләге юҡ.Етештерелгән продукцияны һатыу ҙа ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Йәүнсел ит, башҡа продукцияһын көҙ буйы Златоуст баҙарҙарына йөрөп һата, башҡаса отошһоҙ. Шулай ҙа башлаған эште ташларға тигән уй бер ваҡытта ла башҡа инеп сыҡҡаны юҡ ти йүнсел. Күңел һалып эшләгән эштең тимәк киләсәге бар. Маҡсат һауын һыйырҙарын 100 башҡа тиклем еткереү.