Өфөлә үҙенсәлекле акция үтте. Уҡыусылар менән бергә, дәүләт учреждениелары вәкилдәре, билдәле спортсылар һәм ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Рус теленән белемен хатта мәғариф министры һынап ҡараны. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда үҙеңдең көсөңә генә ышанырға кәрәк. Ата-әсәләр иһә үҙҙәрен тыныс тота. Рус теленән белемен тикшереп ҡарарға теләгәндәр араһында Башҡортостандың мәғариф министры ла бар. Махсус пунктҡа ингәндә юғары вазифаға ҡарамайҙар.Имтихан өсөн махсус бер-нисә аудитория әҙерләнгән. Унда айырым исемлек буйынса ғына индерәләр.Һынау алдынан уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн аңлатыу эше үткәрелә. Уларға нимә рөхсәт ителә һәм ярамағанлығын төшөндөрәләр.Ошонда уҡ, һорауҙар менән конверт асыла. Был юлы рус теленән тест бирелде һәм инша яҙырға кәрәк ине. Яттарҙы имтихан барған бүлмәләргә индермәнеләр.Имтихан ваҡытында коридорҙа шауларға ярамай. Бында бер кемде лә үткәрмәйҙәр, шулай уҡ телефон һәм башҡа гаджеттарҙы индерергә рөхсәт ителмәй. Йәшереп индергән осраҡта ла, интернет менән файҙаланып булмай. Сөнки, сигналды баҫыусы ҡорамалдар урынлашҡан. Бына телефон, элемтә юҡ.Берҙәм дәүләт имтиханы өсөн 40 минут ваҡыт бирелә. Ошо арауыҡ эсендә барыһы ла яҙып өлгөрөргә тейеш. Ата-әсәләр һәм уҡыусылар борсолорға урын юҡ, тип иҫәпләй.Бындай һынау ысын Берҙәм дәүләт имтиханы алдынан психологик әҙерлек булып тора. Бынан тыш, белемеңде тикшереп ҡарау мөмкинлеге бар. Ошондай имтихандар башҡа ҡала-райондарҙа ла ойошторола.
Мәғариф министры имтихан бирә
Тулыраҡ: Мәғариф министры имтихан бирә