Милли йәштәр театрында халыҡ-ара туған тел форумы үтте. Унда Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре йыйлды. Благовар районы Һарайлы ауылында „Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам„ байрамы йылда үткәрелә. Шәжәрә байрамы халыҡтың үҙ тамырҙарына ҡарата ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеүгә, милли йолаларҙы тергеҙеүгә ҙур этәргес. Мәрзиә һәм Салауат Батыраевтар районда йәш быуындың үҙ нәҫелен ете быуынға тиклем белеп үҫеүенә ҙур көс һала. Благовар районы тарихи-мәҙәни үҙәге туған телдәр форумында ла иғтибар үҙәгендә. Уларҙың экспозицияһы төп урынды алып тора ине. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән тарихи-мәҙәни үҙәктәр вәкилдәре милли йолаларҙы һаҡлауға, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүгә, ауыҙ-тел ижадына таянып үҫеп килгән йәш быуынды милли рухиа тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Күп милләтле респубикабыҙҙан йыйылған тарихи-мәҙәни үҙәк вәкилдәре, үҙҙәренең ҡул эштәрен күрһәтеп оғҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы, һәр ҡайһыһы туған телен данларға, уға ғына хас һыҙаттарын асып бирергә тырышты.Туған телебеҙҙе күҙ нурындай һаҡлау, быуаттар төпкөлөнән йыйылған мираҫыбыҙҙы киләһе быуынға тапшырыу – беҙҙең төп бурыс, ти Зөһрә Рәхмәтуллина. Форум төйәгебеҙҙә йәшәгән халыҡтың йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Программала шулай уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе һәм шәжәрәләр менән таныштырыу ҙа ойошторолдо.
Бөгөн туған тел көнө билдәләнә
Тулыраҡ: Бөгөн туған тел көнө билдәләнә