Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл

Тулыраҡ: Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл

Әҙиптең тыуған районы — Тәтешлелә уға бағышланған төрлө саралар үтә. Сентябрь айынан уҡ мәктәптәрҙә Әнғәм Ҡасим улының ғүмеренә һәм ижадына бағышланған класс сәғәттәре, асыҡ дәрестәр, концерт программалары, әҙәби кисәләр ойошторола. Тыуған ауылында йылдағыса “Күрҙем шишмәләре” шиғриәт фестивале лә үтә. Үҙе китһә лә, шиғырҙары һаман да иҫтәлек булып яңғырай. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев яҙып ҡалдырған был һүҙҙәр күптәрҙең тормош девизына әйләнгән. Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылындағы Әнғәм Атнабаев исемен йөрөткән мәктәптә уның музейы эшләп килә. Уҡыусылар үҙҙәре килгән ҡунаҡтарға экскурсия үткәрә. Бүлмәлә төп урынды шағирҙың эш өҫтәле алып тора. Бында Әнғәм Ҡасим улының фотоархивы, ижад емештәре менән дә танышырға мөмкин. Музейҙа меңдән ашыу экспонаттан араһында әҙиптең китаптары, шәхси әйберҙәре һәм хатта ҡулъяҙмалары ла бар. Ә иң үҙенсәлеклеһе ошо портрет. Шағирҙың тағы ла бер һәләтен күрһәткән был рәсем музейға яңы ғына килеп эләккән, ә һүрәт үҙе 1949 йылда эшләнгән. Музейҙың бер өлөшө шағирҙың һеңлеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Зинира Атнабаеваға бағышланған. Иҫке Күрҙемдә Әнғәм Атнабаевтың бер туған ҡустыһы Мәғдән Ҡасим улы йәшәй. Тап ул Атнабаевтарҙың йорт нигеҙен һаҡлай. Районда Әнғәм Ҡасим улының ғүмеренә һәм ижадына бағышланған төрлө саралар ойошторола. Тыуған ауылында йыл һайын “Күрҙем шишмәләре” шиғриәт фестивале үтә. Әҙиптең исемен мәңгеләштереп, Күҙемдәге бер урамға уның исемен ҡушҡандар. Әнғәм Аҙнабаев премияһы ла булдырылған. Район үҙәгендәге Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла арҙаҡлы Аҙнабаевтарҙың нәҫеле шәжәрәһе урын алған. Әйткәндәй, 26 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланған хәтер кисәһе ойошторола. Театрлаштырылған музыкаль тамашала спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡуйыла, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ.