Ғаиләле булыу отошло

Тулыраҡ: Ғаиләле булыу отошло

Ошондай девиз аҫтында Ғаилә йылы уңайынан Республикала махсус тарифтар булдырыласаҡ. Кинотеатрға килгәндә, йәмәғәт транспортында йөрөгәндә йә башҡа төр хеҙмәттәр алғанда ғаилә менән килеүселәргә ташламалар булдырыу күҙаллана. Республика хөкүмәтендә Ғаилә йылын уҙғарыу планы раҫланды. Тәү ҡарашҡа ябай балалар баҡсаһына оҡшаған, ысынында, был балаларҙы үҫтереү үҙәге. Башҡорт дәүләт педагогия университеты дөйөм ятағында урынлашҡан учреждениела студенттарҙың балалары шөғөлләнә. Бында әле 20-ләп бала йөрөй. Үҙәкте коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн махсус грант аҡсаһына ойошторалар. Балалар үҙәге бер юлы ике мәсьәләне хәл итә. Студенттар дәрестә саҡта балалар ҡараулы, ә буласаҡ педагогог һәм психологтар ошонда уҡ практика үтеп тәжрибә туплай. Ғаиләгә реаль ярҙам саралары хаҡында республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә һүҙ барҙы. Тематик йыл матур саралар менән генә түгел, ә кәрәкле эштәр менән үтергә тейеш. Мәҫәлән, ғаиләләр өсөн айырым тарифтар булдырыу күҙаллана.Республика башлығы билдәләүенсә, йәш балаһы булған һәр икенсе ғаилә тулы түгел. Был балаларҙың үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай. Рөстәм Хәмитов проблеманың сәбәптәрен асыҡлап, профилактика эшен көсәйтеү маҡсатын ҡуйҙы.Һәр район ҡаланың ғаилә паспортын төҙөү бурысы ҡуйылды. Был документ муниципалитеттағы ғаиләләр хәлен иҡтисади, социаль сәйәсәткә бәйләп, уны хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк. Ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа матди ярҙам саралары артасаҡ. Мәҫәлән был йүнәлештә эшләүсе шул уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмалар федераль гранттарға дәғүә итә ала.Ғаилә йылына бағышланған саралар планы тәҡдимдәр менән тулыланып үҙгәртелеп торасаҡ. Һөҙөмтә булараҡ тулы, татыу ғаиләләнең баһаһын күтәреү.