Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡаһарманлыҡ күрһәткән балаларҙың геройҙар форумы үтте. Үҙҙәрен батырҙарса күрһәткән геройҙарға сертификат тапшырылды, документаль фильм күрһәтелде. Ете йәшлек Максим Бархатов күптәгә үрнәк. Ул йорт эсендә ҡалған ике бәләкәй һеңлекәшен уттан сығарған. Кеше ғүмерен ҡотҡарған Максим батырлығы өсөн миҙал менән бүләкләнә. Өфөлә беренсе тапҡыр геройлыҡ күрһәткән балалар форумы үтте. Унда кеше ғүмерен ҡотҡарған 28 бала саҡырылды.Изге ниәт менән ойошторолған форум киләһе йылдарҙа ла үҙ батырҙарын йыясаҡ.Балаларҙың сабый саҡтарынан уҡ шундай ҡыйыу булып үҫеүе күптәр өсөн өлгө. Был сара геройҙарҙың бер-береһе менән танышыу һәм дуҫлашыу урыны ла булып тора.
Изге эш онотолмай
Тулыраҡ: Изге эш онотолмай