Республиканың төрлө район-ҡалаларында, Өфөлә батырҙы иҫкә алыу саралары үтә. Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, атаҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры. Миңлеғәле Шайморатов етәкселек иткән дивизияның 3 мең 860 яугире орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, шуларҙың 78-е – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе – Дан орденының тулы кавалерҙары. Комдив үҙе ике Ҡыҙыл Байраҡ орденына, Ҡыҙыл Йондоҙ орденына һәм миҙалдарға лайыҡ булған. Тик бөгөнгәсә Герой исеме бирелмәгән.2012 йылдың 21 ноябрендә Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән Өфөләге 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отрядҡа Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелә. Һәм 2013 йылда махсус отряд биләмәһендә батырға һәйкәл ҡуйыла. 2015 йылдың сентябрендә халыҡ геройының тыуған ауылы Шайморатта һәйкәл асылды. Был изге эш Башҡортостан Башлығы гранты, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәм халыҡтан йыйылған аҡса ярҙамында тормошҡа ашырылды. Бынан бер-нисә йыл эле беҙҙең телерадиокомпания Шайморатов генералға герой исемен биреүҙе һорап күләмле акция ойошторғайны. Әммә ул тейешле органдарҙа хуплау тапманы. Республика халҡы, төрлө йәмәғәт ойошмалары әле лә батырға герой исемен биреүҙе һорап төрлө акциялар ойоштора, ҡултамғалар йыя.Өфөнөң Еңеү паркында Миңлеғәле Шайморатовты иҫкә алып Өфө халҡы флешмоб ойошторҙо. Был изге сараға беҙ ҙә ҡушылдыҡ.Батыр хәтере һәр ваҡытта ла халыҡ иҫендә. Еңеү паркындағы был флешмобта ошоға асыҡ дәлил.
Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың батырҙарса һәләк булыуына 75 йыл тула
Тулыраҡ: Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың батырҙарса һәләк булыуына 75 йыл тула