Владимир Путин алтын миҙал яулаған хоккейсыларҙы ҡотланы

Тулыраҡ: Владимир Путин алтын миҙал яулаған хоккейсыларҙы ҡотланы

Владимир Путин Пхёнчханда Ҡышҡы Олимпия уйындарында алтын миҙал яулаған хоккейсыларҙы ҡотланы. «Чемпион исеменә юл еңел булманы. Әммә һеҙ үҙегеҙҙе ҡулға алып, рух ныҡлығын күрһәттегеҙ. Уңыш илебеҙ хоккей мәктәбенең йолаларын, йәш спортсылар өсөн сағыу йүнәлеш булыуын күрһәтә», тиелә Владимир Путин ҡотлауында. Олимпия чемпиондары араһында Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зубарев та бар.