Үлсәме бәләкәй, ҡеүәте ҙур

Тулыраҡ: Үлсәме бәләкәй, ҡеүәте ҙур

Өфө ғалимдары электр генераторҙарының эшмәкәрлеген камиллаштырыу ысулын тапҡан. Аморф хәлендәге тимерҙән яһалған статор файҙалы хәрәкәт коэффициентын үҫтереп кенә ҡалмай, һауаға зарарлы матдәләр эләгеү осрағын да кәметә. Үлсәме бәләкәй, ҡеүәте ҙур. Донъяла кесе, тимәк, һаҡсыл двигателдәр етештереү ихтыяжы арта. Өфө дәүләт авиация техник университетының йәш ғалимдары уйлап сығарған статор двигателдең үҙ хаҡын ике тапҡыр төшөрөргә булышлыҡ итә. Был ҡоролма менән бөгөн сит ил белгестәре лә ҡыҙыҡһына.Донъяла сәғәтенә 24 мең миллиард киловатт электр энергияһы эшләп сығарыла, генераторҙарҙың файҙалы хәрәкәтен бер генә процентҡа күтәреү атмосфераға ташланған зарарлы матдәләр күләмен 30-40 тоннаға кәметергә булышлыҡ итә. Сығымдарҙы аҡсаға күсергәндә һаҡсыллыҡ йәнә арта. Генераторҙы аморф тимерҙән яһау идеяһы түгел, ә уны 100-150 киловатлы машиналарҙа ҡулланыу ысулы яңы, ти студент конструкторҙар бюроһы етәксеһе Вячеслав Вавилов. Был сеймалдан яһалған магнитлы үткәргес тимер сығымдарын ете тапҡыр аҙайтырға, тимәк, машиналарҙың ҡыҙыуын һәм энергияны бушҡа сарыф итеүен кәметергә ярҙам итә. Авиация техник университеты студенттары һәм аспиранттары берҙәм проектты төрлө йүнәлештә үҫтерә. Аморф тимерҙән улар трансформатор, электр машиналары һәм юғары әйләнешле электрмашиналары яһай. Финанслау күләме 20-30 миллион һум, ғәҙәттә гранттар иҫәбенә. Ҡоролмаларға ихтыяж ҙур. Улар авиадвигателдәр етештереү өлкәһендә ҡулланыш таба. Яңы статор иһә нефть ятҡылыҡтарын тикшергән белгестәр иғтибарына лайыҡ – ҡатламдарҙы өйрәнер өсөн ыҡсым электр двигателе етештереүселәр Рәсәйҙә әлегә юҡ.