Йондоҙло дискотекаға һанаулы ғына көндәр ҡалды

Тулыраҡ: Йондоҙло дискотекаға һанаулы ғына көндәр ҡалды

2 март Өфө уттарында үтәсәк Башҡортса йондоҙло дискотекала һәр быуын халҡына билдәле булған Ҡарауанһарай фольклор-эстрада төркөмө легендар составта сығыш яһаясаҡ. Килгән һәр тамашасы билдәле йырҙарға, ҡурайға бейеп-йырлап күңел аса ала. Ҙур сараға Ҡарауанһарай төркөмө нисек әҙерләнә? Йыр-моң һөйөүселәргә ниндәй бүләк әҙерләй? “Ай-һай, Салауат!”, “Башҡортостан- гөлбостан”, “Ел ерәнем” һәм тағы ла башҡорт данын күтәргән әллә күпме йырҙар һәр кешегә таныш. Рухлы йырҙар аша тамашасы күңелен арбаған Ҡарауанһарай фольклор-эстрада төркөмө боронғо йырҙарҙы быуындан-быуынға тапшырыусы берҙән-бер төркөм булып һанала. Ҡарауанһарай фольклор-эстрада төркөмө 1989 йылда ойошторола. Егеттәр бергә йыйылышып төркөмгә башҡорттарҙың Ырымбурҙағы мәҙәни ҡомартҡыһы- Ҡарауанһарай исемен ҡушырға ҡарар итә. Биш студенттан торған төркөм беренсе тапҡыр 1990 йылда ҙур залда сығыш яһай. Моңло тауыштары, рухи донъяһы менән үҙ тамашасыһын табып өлгөргән төркөм төрлө конкурстарҙа ҡатнашып тәүге урындар яулай. Төркиә, Силәбе, Пермь, Ырымбур өлкәләре, Татарстан һәм тағы ла әллә күпме ил, ҡалалар буйлап гастролдәр.Ҡарауанһарай фольклор-эстрада төркөмө һәр быуын кешеһенә таныш, бөгөнгө көнгә тиклем үҙ составын юғалтмаған. Егеттәр быны халыҡ йырҙары мәңгелек булған кеүек, уларҙы башҡарған кешеләр, төркөмдәр ҙә мәңгелек, тип аңлата. Башҡорт халыҡ йырҙары рух ныҡлығы биреп быуындан-быуынға күсә килә. Рәсәй-Башҡортостан телеканалы тәҡдим иткән Башҡортса йондоҙло дискотекала легендар төркөм ҙур шоу күрһәтәсәк.Халҡыбыҙҙың рухын, данын күтәргән ҡурай 2 март үтәсәк дискотеканың төп музыка ҡоралы буласаҡ. Әллә нисәмә йылдар буйы ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһап, сит ил халҡын да башҡорт йырҙары менән таныштырған Ҡарауанһарай төркөмө егеттәре тулҡынланыуын, хис-тойғоларын йәшермәй. Һәр бер сығыш беҙҙең өсөн ҙур һынау, ти улар. Сөнки йырҙың көйөн генә түгел, ә тарихын да халыҡҡа еткереү- төп маҡсаттарҙың береһе.Ҡарауанһарай төркөмөнөң легендар составта сәхнәлә сығыш яһауы күптәр өсөн ҙур бүләк. Сығыш алдынан ошондай репетициялар үткәреү улар өсөн осрашыу, яңы ижади үрҙәргә этәргес булып тора.Өфө уттарында үтәсәк башҡортса йондоҙло дискотекала легендар Ҡарауанһарай төркөмөнөң сығышынан тыш, һәр тамашасыға плазмалы телевизор һәм тағы ла ҡиммәтле бүләк отоу мөмкинлеге бар.