Ҡиммәтле бүләктәр үҙ хужаларын көтә

Тулыраҡ: Ҡиммәтле бүләктәр үҙ хужаларын көтә

2 март Өфө уттарында уҙасаҡ Башҡортса Йондоҙло дискотекаға әҙерлек буйынса матбуғат конференцияһы үтте. Һәр быуын кешеһенә таныш булған “Карауанһарай” фольклор-эстрада төркөмөнән тыш, Зәйнетдин этно-шоу проекты, Любизар төркөмө һәм башҡа йәш йырсылар халыҡҡа йыр бүләк итһә, ә “Мираҫ” бейеү ансамбле һәр береһен башҡортса бейергә өйрәтәсәк. Башҡорт милли кейемендә килеүсегә плазмалы телевизор отоу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ башҡа ҡиммәтле бүләктәр үҙ хужаларын көтә.