Бөрйәндәрсә олимпия уйындары

Тулыраҡ: Бөрйәндәрсә олимпия уйындары

Пхенчхан ҡалаһында үткән Олимпиадала Рәсәй атлеттарының сығышына бәйле бәхәстәр ҡыҙғансы, Бөрйәндәр үҙҙәренең Ҡышҡы олимпия уйындарын уҙғара. Әбделмәмбәт ауылында ярыштар өсөн сананан шыуыу, саңғы, биатлон трассалары, хатта керлинг өсөн махсус майҙан ойошторғандар. Көйәрмәндәр ихлас алҡышлап үҙ командаһын еңеүгә ҡыуа. Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары араһында барған сәмле ярыштар Кореялағы Олимпия уйындарынан һис тә ҡалышмай. 4-се йыл рәттән уҙғарылған бәйге сәләмәт тормош һәм ирекле конкуренция өлгөһө. Бер генә айырма бында сәйәсәткә урын юҡ, барыһы ла тигеҙ һәм еңеүсе ғәҙел алышта асыҡлана. Шорт-трек, ачери-биатлон, саңғы спорты, бобслей, хоккей. Бөрйәндәр быларҙың барыһы өсөн дә шарттар юҡлығына һылтанып ятмай, ә үҙ ҡулдары менән булдыра. Сана урынына тюбинг, ә боҙло трассаны ҡарлы тау алмаштыра. Бына ул – Бөрйәнсә скелетон. Олимпия программаһындағы был ярышҡа Әбделмәмбәттәр айырыуса яратып әҙерләнә. Ә барыһы ла 2014 йылда Сочиҙа үткән олимпиаданан һуң башлана. Рәсәй спортсыларының уңышлы сығышы — Әбделмәмбәт ауылы урта мәктәбе уҡыусыларында сәм уята. Үҙҙәре лә конькиға баҫып, сәкән һуға башлайҙар. Уҡыусылар өсөн иң күңелле һәм мауыҡтырғыс ярыштарҙың береһе керлинг. Уның өсөн бюджетлы майҙан да уйлап таба Ҡыпсаҡтар. Уҡыусылар гаджетҡа төбәлеп ултырыу урынына спортты һайлай. Асыҡ боҙҙа түңәрәк һыҙып командаларға бүленеп ярыша улар. Уйын өсөн махсус снарядты ла урындағы шарттарҙан сығып ағастан яһайҙар. Ярыш сәме 4 йыллыҡтағы олимпиаданыҡынан бер ҙә ҡалышмай. Әбделмәмбәттә бындай ярыштар йыл һайын үтә. Әйткәндәй, Әбделмәмбәт мәктәбе ауыл ерендә спортты үҫтереү буйынса иң яҡшы белем усаҡтары исемлегендә. Был ауылдан ғына тиҫтәләрсә спорт мастеры сыҡҡан. Киләсәктә олимпия чемпиондары исемлегендә Ҡыпсаҡтар ҙа булыр әле.