Водителдәр социаль селтәрҙә Салауат Юлаев проспекты кеүек төп магистралдәрҙең ҡарҙан таҙартылмауы тураһында хәбәр итә. Өфө ҡала хакимиәтенән иһә 300 берәмек техника һәм 3 мең урам һепереүсе төнө буйы ҡар менән көрәште, тип хәбәр итәләр. Өфө ҡала хакимиәте башлығы коммуналь хеҙмәттәрҙе етдиерәк булырға саҡырҙы.
Ирек Ялалов төп урамдарҙағы кибет хужалары үҙ биләмәләрен ҡарҙан таҙартыуға яуапһыҙ ҡарай, тип белдерҙе.Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, киләһе көндәрҙә лә ҡар яуасаҡ. Шуға ла тейешле хеҙмәттәр бөгөндән үк көсөргәнешле эш режимына күсерелде. Ҡаланы ҡарҙан таҙартыу өсөн ауыр техникаға төнө буйы эшләргә тура килде. Шуға ҡарамаҫтан, иртән баш ҡалала хәрәкәт итеү ҡатмарлашты. Һауа торошондағы теләһә ниндәй үҙгәреш баш ҡаланың транспорт системаһында киҫкен сағыла.Бер төн эсендә яуған ҡар автоһәүҫкәрҙәр генә түгел, ә йәйәүлеләр өсөн дә ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Килеп тыуған һауа шарттарына бәйле, Өфөнөң коммуналь хеҙмәттәре көсөргәнешле режимда эшләй.
Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урамда 300 берәмек техника һәм 3 меңгә яҡын урам һепереүсе эшләй.Ҡала урамдары ҡарҙан таҙартылмауына ризаһыҙлыҡты һәр икенсе кеше белдерә тиерлек.Өфөлә ун баллыҡ тығындар сәбәпле күптәр бөгөн эшкә һуңланы. Быға тиклем халыҡ туҙан, тип мыжыһа, бөгөн иһә ҡар, тип екеренде. Гидрометеоүҙәк белдереүенсә, республика райондарында киләһе көндәрҙә лә көслө ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран сығыуы ихтимал.