Башҡортостанда федераль тәғәйенләнештәге юлдарҙы тейешле тәртиптә тотоуға ил ҡаҙнаһынан 2 миллиард 33 миллион һум бүленә. «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығы ошондай суммаға фирмалар менән аукцион аша килешеү төҙөйәсәк. Документҡа ярашлы, Өфө-Ырымбур юлына – 616 миллион һум, «Волга» трассаһына – 668 миллион һум, «Урал» трассаһының бер нисә участкаһына яҡынса 1 миллиард һум тотоноу ҡарала. Аукцион 12 мартҡа билдәләнгән. Еңеүселәрҙең исеме 19 мартта билдәле була.
Федераль юлдарҙы тейешле тәртиптә тотоуға 2 миллиард 33 миллион һум бүленә
Тулыраҡ: Федераль юлдарҙы тейешле тәртиптә тотоуға 2 миллиард 33 миллион һум бүленә