Күләмле проектты 2020 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыу ҡарала. Бында тимер юл аша үтеү урыны йылдан-йыл нығыраҡ хәүеф тыуҙыра. Былтыр еңел машина водителе локомотивҡа бәрелеп һәләк булғайны. Ҡышын “Газель” микроавтобусы поезд аҫтында ҡалды. Нагаево ауылы йылдам үҫешә. Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып тимер юл аша үтеүселәр ҙә арта. Шуға ла тимер юл аша ер өҫтөнән үткәүел төҙөү көн талабына әйләнә.
Быйыл Зинино янында тимер юлы аша ер өҫтөнән үткәүел төҙөү башлана
Тулыраҡ: Быйыл Зинино янында тимер юлы аша ер өҫтөнән үткәүел төҙөү башлана