2017 йылда торлаҡ һәм лицензия ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 36 мең осрағы асыҡланған

Тулыраҡ: 2017 йылда торлаҡ һәм лицензия ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 36 мең осрағы асыҡланған

Унан алдағы йыл менән сағыштырғанда был икеләтә күп. Айырма 2016 йыда күп фатирлы йорттар менән идара итеүгә лицензия алған ойошмаларҙы тикшереүгә мораторий иғлан итеү менән дә бәйле. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты коллегияларының берлектәге ултырышында тармаҡтың үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалып киләсәккә бурыстар билдәләнде. Торлаҡ фондын һаҡсыл файҙаланыу, уның кешеләр өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ булыуын тәьмин итеү, коммуналь хеҙмәттәрҙе билдәле шарттарға тап килгән күләмдә күрһәтеү ике ведомствоның да төп маҡсаты. Был өлкәләге закондарға индерелгән үҙгәрештәр граждандар һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар араһында тура килешеүҙәр төҙөүгә күсеү мәсьәләһен көн тәртибенә сығара.