Иглин районындағы ҡурҡыныс аварияға бәйле бөгөн яңы мәғлүмәттәр иғлан ителде. Йөк машинаһы водителе ҡулға алынған. Тәүмәғлүмәттәр буйынса, 9 кешенең үлеменә килтергән аварияла тап ул ғәйепле. Өфөнән Силәбе өлкәһенә юлланған микроавтобуста водитель менән ҡуша 14 кеше була. Тәүмәғлүмәттәр буйынса йөк машинаһы водителе идараны юғалта һәм ҡом тейәлгән прицеп ҡаршы һыҙатҡа сыға. Һөҙөмтәлә, йәмәғәт транспорты менән бәрелешә. Авария урынында төнө буйы ҡотҡарыусылар, инспекторҙар, тәфтишселәр эшләне.Шунда уҡ, интернет киңлектәрендә аварияла һәләк булған һәм йәрәхәтләнгәндәрҙең исемлеге баҫылды. Уларҙың Ҡытау-Тамаҡ, Эҫем, Өфө ҡалалары һәм Салауат районы граждандары икәне билдәле булды. Юл-транспорт ваҡиғаһында 9 пассажирҙың ғүмере өҙөлдө.Оло-Теләк янындағы аварияла һәләк булғандар исемлеге.
- Нина Марочкина (Ҡытау-Тамаҡ)
- Яна Черкасова (Эҫем)
- Фәүзәрә Шаганова (Яхъя ауылы)
- Миңзирә Самикова (Малаяҙ ауылы)
- Александр Смагин (Өфө)
- Фәзирә Мәхмүтова (Ҡытау-Тамаҡ)
- Александр Мызгин (Эҫем)
- Наталья Жиганова (Ҡытау-Тамаҡ)
- Эдуард Жиляев (Ҡытау-Тамаҡ)
Тағы ла өс пассажир йәрәхәттәр менән Әшә ҡалаһы дауаханаһына оҙатылған. Бер кеше медицина тикшереүе үткәс өйөнә ҡайтарылған. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов шунда уҡ аварияла һәләк булғандарының туғандарына ярҙам күрһәтергә ҡушты. Республика хөкүмәтенә махсус күрһәтмәләр бирелгән. Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы авария буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Йөк машинаһы менән идара итеүсе водитель ҡулға алынған. 1977-се йылғы ирҙең Асҡын районынан икәне билдәле. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы был хәл буйынса ҡыҙыу элемтә ойошторҙо. Телефон һандары 248-12-84, Өфөнөң коды 347.