Республика етәкселеге йәш ғалимдарҙың проектын ғәмәлгә ашырыуға ярҙам итә

Тулыраҡ: Республика етәкселеге йәш ғалимдарҙың проектын ғәмәлгә ашырыуға ярҙам итә

Урындағы башланғыстарҙы үҫтереү программаһына быйыл 300 миллион һум бүленгән. Ҡасандыр балсыҡ иҙмәһе булып ятҡан, аяҡ баҫмаҫлыҡ урын хәҙер матур балалар майҙансығына әйләнгән. Бында иркенләп саф һауа һуларға, балалар менән уйнарға, күнекмәләр комплексында һаулыҡты нығытырға мөмкин.Бер төркөм ғалимдар башҡорт ихатаһы тип исемләнгән тағы бер проект тәҡдим итә. Уның ҡала халҡына ғына ҡағылышлы үҙенсәлектәре лә бар. „Өфө урамы„ тип исемләнгән проект 2017-се йылда башланғыс ала. Ул урындағы инициативаларға ярҙам итеү программаһындағы кеүек үк эшләй, ти белгестәр. Йәғни, сумманың 10 процентын торлаҡта йәшәүселәр, ә 15 процентын ҡала хаҡимиәте түләй. Ҡалған аҡса республика бюджетынан бүленә.Быйыл иһә был программала Өфөнән башҡа тағы ла 13 ҡала ҡатнаша.... 2017-се йылда ғына Өфөнәң 100 урамы төҙөкләндерелә