Тыл ветерандары ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ

Тулыраҡ: Тыл ветерандары ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ

Бөрйән районында оло йәштәгеләргә оло хөрмәт күрһәтеү матур йолаға әйләнгән. Ошо көндәрҙә 90 йәшен билдәләгән тыл ветераны Ғилмисафа Баймырҙинаны ауыл һәм район хакимиәте вәкилдәре өйөнә килеп ҡотланы. Балалары, туғандары янында ҡоролған табынды үҙешмәкәр артистар сығышы һәм матур ҡотлауҙар биҙәне.