Өфөлә йәйәнән уҡ атыу буйынса түңәрәк асылды

Тулыраҡ: Өфөлә йәйәнән уҡ атыу буйынса түңәрәк асылды

Уҡ атыуҙан тыш, уҡыусылар халҡыбыҙҙың үткәне менән дә таныша ала. Улар өсөн башҡорттар тарихы тигән дәрес ҡаралған. Кереш тартып, уҡ атыр өсөн күп белем кәрәкмәй, тигән фекер менән йәш мәргәндәр килешмәй. Теләк һәм батырлыҡ менән көс, таҫыллфҡ та кәрәк. Әйткәндәй, махсус мәктәп нигеҙендә үҫмерҙәр өсөн асылған был түңәрәк республикала әле беренсе тәжрибә. Үҙенсәлекле түңәрәктә йөрөүселәр был шөғөлдө ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, тип иҫәпләй. Заман технологиялары — компьютер, телефон артында ваҡытты бушҡа уҙғарғансы башҡорт халҡы тарихын өйрәнеү, йәйәнән уҡ атыу серҙәренә төшөнөү күпкә яҡшыраҡ.Традицион йәйәнән уҡ атыу клубын ойоштороусылар ҡуйған төп бурыс – тарихҡа яңы ҡараш менән бергә үткәндәргә әйләнеп ҡайтыу. Риүәйәттәрҙә һөйләнгән башҡорт уҡсыларының маһирлығын киләһе быуындарға тапшырыу.Клубтың яңы ғына асылыуына ҡарамаҫтан, тиҫтәләгән үҫмер бында яратҡан шөғөлөн тапҡан. Уҡ атыу менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны ла көнләп түгел, ә сәғәтләп арта бара. Шуны ла әйтер кәрәк, "Мәргән уҡсы" проекты хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар иғтибарынан да ситтә ҡалмай. “Мәргән уҡсы” клубы етәкселәре белдереүенсә, алдағы йылдарҙа ошондай үҙәктәрҙе республика райондарында ла асыу ниәте бар.