Мобиль һайлаусы акцияһы төбәк халҡында яҡлау тапты. Республика һайлаусыларының 20 меңгә яҡыны һайлауҙа үҙҙәренә уңайлы урында ҡатнашыу мөмкинлеген хәстәрләгән. Башҡортостан һайлау участкаларының 18 мартҡа әҙерлеген Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко баһаланы. Рәсәй Президентын һайлау Башҡортостанда 3398 участкала ойошторола. Һайлаусылар ваҡытлыса торған урындарҙа 37 участка асыҡ. Участкаларҙың 80 проценты видеокүҙәтеү ҡоролмалары, 230-ы тауыштарҙы автоматик иҫәпләү комплекстары менән йыһазландырылған. Республикала алты һайлау участкаһы махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Улар мөмкинлеге сикле граждандарҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Өфөлә мөмкинлеге сикле тауыш биреүселәр өсөн һайлау участкаһы Зорге урамындлағы медицина коллежы бинаһында урынлашҡан. Бында пандус, тактиль һуҡмаҡ, күреү һәләте түбәндәргә яҡтылыҡлы маяҡ һәм Брайл шрифты буйынса яҙылған алтаҡта бар. Участка комиссиялары бөгөн мобиль һайлаусы акцияһына ҡушылған тауыш биреүселәрҙе хеҙмәтләндерә. Теркәүҙән төшөп үҙеңә уңайлы урында һайлау тураһында ғаризаларҙы комиссиянан тыш күп функциялы үҙәктәр ҙә ҡабул итә. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко белдереүенсә, Башҡортостанда һайлауҙарға ҡағылышлы законға ярашлы бар яңылыҡтар ғәмәлгә ашырыла. Күпселек участкаларҙағы видеокүҙәтеү селтәре тауыш биреү барышындағы тәртип боҙоу осраҡтарына ғына түгел, бюллетендәргә төҙәтмә индереү, уларҙы алыштырыу кеүек имеш-мимештәргә лә сик ҡуя. Тауыштарҙы иҫәпләү барышы башынан аҙағына тиклем видеокүҙәтеү аҫтында барасаҡ. Быйылғы һайлауҙағы тағы ла бер яңылыҡ — тауыш биргәнде Рәсәй һәм төбәк йәмәғәт палатаһы ағзалары күҙәтәсәк.Республикалағы бар һайлау участкалары ла технологик йыһаздар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Йәшерен тауыш биреү кабиналары, стационар һәм күсмә ҡумталар һайлау алды көндәрендә урынлаштыраласаҡ.Әлеге көнгә иһә Президентты өйөндә һайларға теләгән граждандарҙың исемлеген төҙөү һәм һайлау көнөн байрамса ойоштороу бурыстары ҡала.
Рәсәй президентын һайлауға 16 көн ҡалды
Тулыраҡ: Рәсәй президентын һайлауға 16 көн ҡалды