Йыл башынан Рәсәйҙә 254 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 32 кеше һәләк булған. Аварияларҙың төп сәбәбе – юл япмаларының сифаты насар булыуы, иҫерек водителдәр. Иглин районындағы фәжиғәнән һуң Башҡортостанда ниндәй саралар күрелә һәм юлдарҙың хәле нисек? Илгиз Дусеев мәктәп автобусын йөрөтә. Ауылдарға юлланғанда, автобусҡа М-5 федераль трассаһынан да үтергә тура килә. Билдәле булыуынса, бында йыш ҡына ҡурҡыныс авариялар теркәлә. Был аҙнала ошо уҡ юлда үлемесле авария теркәлде. Фәжиғәнән һуң хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә, трассаларҙа видеокамералар һанын арттырырға тәҡдим ителде.
Авария урынында бер ниндәй ҙә боролош юҡ, трасса туп-тура бара. Әле бында асфальт асыҡ, юлдың сите ҡырылған һәм ҡом һибелгән. Ә юл-транспорт фәжиғәһе булған тәүлектә, төнө буйы һәм төшкә тиклем ҡар яуҙы.Уҙған йылда Өфөнән Силәбе өлкәһе сигенә тиклемге арауыҡта 13 авария теркәлгән. Уларҙа 16 кеше һәләк булған.“Дортранс” ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, трассаның ҡайһы бер өлөштәре талаптарға яуап бирмәй. Юлды киңәйтеү буйынса проект әҙерләнгән дә инде. Диспетчер пунктында федераль трассаларҙы тәүлек әйләнәһенә күҙәтәләр. Операторҙар юлдарҙың ниндәй хәлдә булыуын теркәй һәм ҡатмарлыҡтар урынына авария бригадаларын ебәрә. Юлдарҙағы хәлдәрҙе күҙәтеүсе камералар 20-30 саҡрым һайын урынлаштырылған. Киләсәктә уларҙың һанын тағы ла арттырыу ҡарала. Әммә, бының менән генә хәл үҙгәрерме икән. Тәжрибәле водителдәр фекеренсә, кешеләр үҙҙәре юлдарҙа һаҡ һәм бер-береһенә ихтирамлы булырға тейеш.