“Өфө уттары”нда үтәсәк Башҡортса йондоҙло дискотекаға әҙерлек тамамланды тиерлек

Тулыраҡ: “Өфө уттары”нда үтәсәк Башҡортса йондоҙло дискотекаға әҙерлек тамамланды тиерлек

Икенсе тапҡыр ойошторолған башҡорт дискотекаһы тиҙ арала үҙенең аудиторияһын тапты. Был төндә һеҙҙҙе утлы шоу, профессиональ фотогроф һәм видеогрофтар, башҡорт эстрадаһының иң сағыу йондоҙҙары көтә. Дискотеға килеүсе һәр кемде сюрприз көтә. Бынан тыш, таңға тиклем йыр-бейеү, оҫталыҡ дәрестәре, ҡиммәтле бүләктәр, республиканың иң сағыу йондоҙҙары – бер урында. Төрлө төҫтәге күлдәктәр, еләндәр, күндән тегелгән һаҡалдар, түшелдеректәр. Был ҡыҙҙар 2 март Өфө уттарында үтәсәк “Йондоҙло дискотека”ға зауыҡлы һәм үҙенсәлекле милли кейем әҙләп, модельер Сәрүәр Аслаеваға килгән. Сөнки тап уның эштәре үткән сарала иң матуры тип танылды.Йылдың иң сағыу тамашаһына заманса милли кейемдә килеү йолаға әйләнеп бара. Ул рух күтәренкелеге, ғорурлыҡ һәм һоҡланғыс ҡараштарҙан тыш, бүләк отоу мөмкинлеге лә бирә. Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре быйыл да үҙенең махсус призын әҙерләне.Дискотекаға килгән ҡунаҡтарҙы тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ көтә. Күптән түгел, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамле солистары “Хәйерле иртә, республика” тапшырыу аша тамашасыларға бейеү һәләттәрен күрһәткәйне. 2 мартта “Өфө уттары” күңел асыу комплексында шәхсән уларҙың оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге лә була. Алып барыусыларға килгәндә, 20 октябрҙә “Өфө уттарында” тамашасыларҙың күңелен күргән Фирҙәт Ғәлиев менән Ғәлимйән Ибәтуллин был кистә лә һеҙҙең менән бергә буласаҡ. Ә музыкаль яҡтан дискотеканы Диджей Фәтих биҙәй.2 мартта Өфө уттарында үтәсәк төп башҡорт дискотекаһында шулай уҡ, ошондай махсус фотобудка ла эшләйәсәк. Һәр килгән ҡунаҡ “йондоҙло төндә” бушлай фото төшөп, уны шунда уҡ баҫтыра аласаҡ. Бының өсөн ни бары “старт” кнопкаһына баҫып, эргәһендәге өҫтәлдә ятҡан ҡыҙыҡлы реквизиттарҙы: ҡып-ҡыҙыл ирен, ҡап-ҡара мыйыҡ, сағыу күҙлек йәки башҡа аксессуар тотоп, өс кадр эшләргә генә кәрәк. Әйткәндәй, фотола “Рәсәй 1-Башҡортостан” каналының һәм “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуының логотиптары ла буласаҡ. Республиканың төп башҡорт дискотекаһында иң популяр йырҙар һәм иң шәп бейеү көйҙәре яңғырайасаҡ. Һәр быуын кешеһенә таныш булып, бөгөнгө көнгә тиклем үҙ составын юғалтмаған легендар “Ҡарауанһарай” фольклор-эстрада төркөмө лә йыр-моң һөйөүселәрҙе үҙ ижадына бейетергә әҙерләнә. Шулай уҡ, Любизар төркөмө, Зәйнетдин этно-шоу проекты, Ғәлинур Юламанов һәм башҡа билдәле йырсылар был төндә тик һеҙҙең өсөн сығыш яһай. Дискотекаға орнаментлы заманса костюмда, йәки мили кейемдә ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа килә ала. Ә төп приз көслө, йәки гүзәл заттарға эләгерме? Уныһын 2 март “Өфө уттары” комплексында үтәсәк “Башҡортса йондоҙло дискотека”ла беләсәкбеҙ. Ҡиммәтле бүләктәр генә түгел, таңға тиклем йыр-бейеү, республиканың иң сағыу йондоҙҙары һәм онотолмаҫ тәьҫораттар тик һеҙҙең өсөн! Һис шикһеҙ күңелле буласаҡ! Килегеҙ!